+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
25 Апрель 2023, 11:40

Атлы яугир, рәхмәт һиңә!

Атлы яугир, рәхмәт һиңә!

Атлы яугир, рәхмәт һиңә!Атлы яугир, рәхмәт һиңә!
Атлы яугир, рәхмәт һиңә!

Атлы яугир, рәхмәт һиңә!

Башҡайыңды оло яуҙа

Ватан өсөн һалғаныңа!

Волганан алыҫ Берлинға

Дошман ҡыуып барғаныңа!

 

Дошман пулялары теткән,

Гранаталар телгеләгән,

Бомбалары өҙгөләгән, –

Дан исемең иҙелмәгән!

 

Илебеҙгә терәк инең,

Батырҙарса һәләк булдың.

Мәңгелеккә һин дан алдың, –

Тере хәтер – һәйкәл булдың!

Атлы яугир, рәхмәт һиңә!

Гөлназ МОРТАЗИНА.
Сосновка районы, Сиреүсе мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас