+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
25 Апрель 2023, 08:00

Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ!

Ҡәҙим Аралбай   Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,

Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ!Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ!
Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ!

Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ,

Йәберҙәр ебәрмәгеҙ,

Ситтәргә тибәрмәгеҙ.

 

Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,

Ҡушылып һыҙланығыҙ,

Ашығып ҡуҙғалығыҙ,

Ярҙамға юлланығыҙ.

 

 Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,

Ҡылығын кәмләмәгеҙ,

 Ҡуҙҙарын дөрләтегеҙ,

Йәндәрен гөрләтегеҙ.

 

 Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,

Ҡыҙҙарҙа – уҙғаныбыҙ,

 Ҡыҙҙарҙа – уңарыбыҙ,

 Ҡыҙҙарҙа – уҙарыбыҙ...

 

Ҡыҙҙарҙан ҡуҙланығыҙ,

Янығыҙ, һыҙланығыҙ,

Һөйөүҙән наҙланығыҙ,

Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ...

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас