

Тау ҡырында үҫкән ағас инем,
Башҡалаҙан һис кәм булманым
Бар тәбиғәт менән һәр иртәлә,
Һайрар ҡоштоң моңон тыңланым.
Һәр нәмәнең була үҙ ваҡыты,
Донъя бит ул – шулай ҡоролған.
Нисә йылдар аша бирешмәйсә,
Ел-дауылға ҡаршы торолған.
Ғүмер үтә, үҙенекен итә,
Көстәрем дә хәҙер икенсе.
Ҡулдарыма алған кескәйемә,
Йәшәү дауамыңды бирһәңсе.
Ул йәшәһә, мин дә бирешмәмен,
Тырышырмын хәлем барында.
Ҡөҙрәтең бир Аллам, баламдың бит,
Ғүмеркәйе – минең ҡулымда.
Сығанаҡ һәм фото: “Таң” гәзите.