

Ергә көләс яҙ килде,
Бар тереклек йәнләнә.
Яйлап болон-ҡырҙар ҙа
Йәм-йәшелгә әйләнә.
Гүзәл миҙгел етеүенә
Күңел ихлас һөйөнә.
Сыйырсыҡ та, эй, талпына,
Ҡайтҡан бит ул өйөнә!
Диана НАЗАРОВА, X синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.
Фото: pomnim.com