

Башҡортостан – минең Тыуған илем,
Һине һөйә минең йөрәгем.
Үҫеп етеп, алыҫ китһәм дә,
Онотмамын ғәзиз төйәгем...
Башҡортостан – минең тыуған яғым,
Бай урман–тау, йылға–күлдәргә.
Йәйрәп ятҡан иркен далаларға,
Тауҙарға һәм алтын–көмөшкә.
Башҡортостан – минең тыуған ерем,
Ҡурай, бал – һинең дандарың.
Мин бәхетле һиндә генә илем,
Ҡаршылауға алһыу таңдарың.
Айһылыу ХӘЗИӘХМӘТОВА.
Фото: mykaleidoscope.ru