+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
11 Июнь 2023, 06:00

Бар нәмәне еткерергә ғүмер етеп бөтмәй...

Кешегә гел ниҙер етмәй,

Бар нәмәне еткерергә ғүмер етеп бөтмәй...Бар нәмәне еткерергә ғүмер етеп бөтмәй...
Бар нәмәне еткерергә ғүмер етеп бөтмәй...

Ғүмер буйы шулай.
Бар нәмәһе еткән кеше
Һирәк була, буғай.


Сабый саҡта аҡыл етмәй
Йәки етмәй көсөң.
Ярты юлда туҡтап ҡала
Бик күп кенә эшең.


Үҫкәс, һине алып китһә
Юлдар йыраҡ-йыраҡ.
Етмәй башлай ялан аяҡ
Йүгереп үҫкән һуҡмаҡ.


Етмәй бойҙай баҫыуҙары,
Етмәй турғай йыры.
Етмәй дуҫтар йылмайыуы,
Етмәй йәнгә йылы.


Кеше ҡомһоҙ түгел,
Ләкин етмәй бик күп нәмә.
Батырлыҡ етмәй ҡай ваҡыт
Ир булһаң да хатта.
Сабырлыҡтар етмәй беҙгә
Иң-иң кәрәк саҡта.
Ашығып изге хистәрҙе
Тапшырабыҙ ятҡа.


Ҡай ваҡыт етмәй тоғролоҡ
Йә уҫаллыҡ етмәй.
Йәнде майҙай иретерлек
Йә йомшаҡлыҡ етмәй.


Етмәй бәхет, етмәй донъя!
Әллә ниҙәр етмәй.
Бар нәмәне еткерергә
Ғүмер етеп бөтмәй...


Фәнис ЯРУЛЛИН.

Фото: “Таң” гәзите.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас