Ялҡауҙың да ялҡауы.
Һәнәге бар, көтөүлектән
Барыбер буш ҡайта ул.
Ҡышҡыһын да бесән һалмай
Ошо һәнәге менән.
– “Мө-мө”, бесән һалығыҙ, – тип
Мине йөҙәтә гелән.
Ике арала иртәнсәк
Булды шундай аңлашыу:
– Һәнәгем йәл, магазинда
Юҡ бит уның алмашы...