-5 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
9 Августа 2023, 17:45

Әсәй ҙә шат булды

Нәсимә Ғайсина яҙған шиғыр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәй ҙә шат булдыӘсәй ҙә шат булды
Әсәй ҙә шат булды

Көн дә һыуҙар һипкән инем,
Баҡсамда емеш уңды.
Ҡыҙым да бит уңған, тиеп,
Әсәй ҙә бик шат булды.

Тәрбиәләп торғанға ла,
Алмаларым алланды,
Ҡабыу менән ауыҙыма
Һуттарынан бал тамды.

Сейәләрем:
- Тирсе, - тиеп,
Суҡ тәлгәшен эйҙеләр,
Ҡыш буйына һыйланырлыҡ
Яҡшы уңыш бирҙеләр.


Нәсимә ҒАЙСИНА.

 "Беҙҙең бала саҡ" конкурсына килгән фото. Өфө ҡалаһынан Алтынай ҒӘҘЕЛШИНА: "Өләсәйемдең баҡса сейәһе уңды", - тип ҡыуана.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас