

Өйҙө нурлап, ҡояш кеүек
Өҫтәлдә торор ине.
Самауырҙың эстәренә
Әллә күпме моң һыйған.
Сер һөйләшеп, хуш еҫле сәй
Эсә-эсә кем туйған?
Ҡыҙым килгән ҡунаҡҡа, тип
Өҫтәлгә һый ҡуйылған:
Ҡоймаҡтары, бәлештәре
Баланынан, муйылдан...
Самауыр яңырып китә,
Өҫтәһәң утлы күмер.
Шулай барыр кеүек ине
Миңә һәр ваҡыт ғүмер...
Самауыр сәйе йылыһы
Күсте минең күңелгә.
Өләсәйемдең урыны
Хәҙер йәннәт түрендә.
...Йылдар үтте. Мин - өләсәй,
Самауырым йыр көйләй.
Ейәнсәргә сәй яһайым
Серҙәрем һөйләй-һөйләй.
Минира БИКӘНӘСОВА-ҮТӘГӘНОВА.