Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, драматург Гөлфиә Юнысованың 75 йәшлек юбилейына арнала. 7 сентябрҙән 14-енә тиклем барасаҡ.
Ҡатнашыр өсөн ни эшләргә?
- Шағирәнең үҙегеҙгә оҡшаған ижад емешен һайлап алырға;
- Шиғырҙы һөйләп видеоға төшөргә;
- Яҙманы #СтихиЮнусовой хештегы менән үҙ битләүеңә йә яратҡан китапханаң төркөмө битләүенә һалырға;
- Пост комментарийына исем-шәрифеңде яҙырға кәрәк.
Бар ҡатнашыусылар электрон сертификат аласаҡ!