+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
20 Сентября 2023, 06:00

Ҡырауһыҙ көҙ

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Ҡырауһыҙ ғына ҡыҙартты,

Ҡырауһыҙ көҙҠырауһыҙ көҙ
Ҡырауһыҙ көҙ

Һыуыҡһыҙ ғына өттө.
Алмалар ҙа, ярмаланмай,
Тәүге ҡырауын көттө.
Көҙ көҙлөгөн иттесе ул –
Урманда - ҡыҙыл ялҡын,
Иртәле-кисле һыуыта –
Ҡар һыуығына яҡын.
Бәшмәктәр тиртте, теҙелде
Өҙөлгән һиҙәп ише.
Уңышын йыйып ҡыуанды
Ергә эйелгән кеше.
Ҡырауһыҙ ғына килде көҙ –
Яңылыштырып – алдап...
Сәскәгә тумалған еләк
Түгел инде хыялдан.
Ҡырауһыҙ ғына килде көҙ –
Балҡышы түгел һүрән.
Буталды инде барыһы,
Тиеп шыбырҙай күрән...

 

Фото: Айһылыу Ғарифуллина.

Ҡырауһыҙ көҙ
Ҡырауһыҙ көҙ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас