+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
5 Октябрь 2023, 03:00

Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!

Күңелемә яҡын байрам – Уҡытыусылар көнө.

Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!

Беҙгә белем бирер өсөн

Ул ялғай көнгә төндө.

 

Ихлас күңелдән ҡотлайым,

Айырмай берегеҙҙе.

Хисапларға өйрәттегеҙ,

Һөйөргә телебеҙҙе.

 

Һалған көстәр, бар тырышлыҡ

Сыҡмаҫтар эҙһеҙ юҡҡа.

Белемлеләр һыуҙа батмаҫ,

Янып та тормаҫ утта!

 

Рәхмәт һиңә, уҡытыусым,

Ҡыҙғанмайһың үҙеңде.

Шуҡлыҡтарҙы кисерәһең,

Булғанға бик түҙемле.

 

Фото: "Йәншишмә" гәзите.

Әлиә ЯҠШЫБАЕВА,

VI синыф уҡыусыһы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
2-се лицей-интернат.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас