

Рәхмәтлемен тәүге көндән алып
Үҙ балаңдай мине күргәнгә.
Белемегеҙ менән уртаҡлашып,
Ғилем тауҙарына менгәнгә.
Үрнәкһегеҙ алға ынтылырға,
Тырышамын һеҙгә оҡшарға.
Ауырлыҡҡа ебеп төшмәйенсә,
Хыялдарға ҡыйыу атларға.
Мәктәбемә тәүге килгәндә үк
Ҡолас йәйеп ҡаршы алдығыҙ.
Тормош даръяһында юғалмаҫҡа
Әйҙәр елкән булып ҡалдығыҙ!
Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА, йәш хәбәрсе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 2-се лицей-интернат.