+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
17 Октября 2023, 10:05

Яҙылғандыр һәр бер миҙгелем

Иртәгеһен ни булаһын уйлап,

Яҙылғандыр һәр бер миҙгелемЯҙылғандыр һәр бер миҙгелем
Яҙылғандыр һәр бер миҙгелем

Юҡҡа борсолмасы, күңелем.
Яҙмыш дәфтәренә әллә ҡасан
Яҙылғандыр һәр бер миҙгелем.

Һағышланма, уйлап үткәнеңде.
Теләһәң дә ҡайтмай үткәнең.
Шуны ғына аңла, һинең ғүмер – 
Ошо-бөгөнгө көн икәнең.

Киләсәкте, килер көндәремде
Бер Хоҙайға ғына тапшырам.
Ниҙәр һораһам да, теләһәм дә,
Хоҙай биргән килә ҡаршыма.

Иртәгәһен ни булаһы уйлап,
Юҡҡа борсолмасы, күңелем.
Яҙмыш дәфтәренә әллә ҡасан
Яҙылғандыр һәр бер миҙгелем.


Физәлиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.

Фото:  Гөлсөм  Монасипова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас