+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
21 Октябрь 2023, 14:00

Әсә мөхәббәте — сикһеҙ даръя...

Асыуланма, балам, аҡыл биреп,

Әсә мөхәббәте — сикһеҙ даръя...Әсә мөхәббәте — сикһеҙ даръя...
Әсә мөхәббәте — сикһеҙ даръя...

Шелтәләһәм һине ҡай саҡта.
Хата йылғаларын кисер кәрәк
Ярға ташмаҫ элек, һай саҡта.

Кәрәк икән йөрәгемде
Бүләк итәм урап таҫмаға,
Ташҡан һыуҙы аша сығыр өсөн
Әүерелеп ятам баҫмаға.

Әсә мөхәббәте — сикһеҙ даръя,
"Балам" һүҙенән ул башлана.
Күңелкәйен китә күрмә бер үк,
Ҡырыҫ һүҙҙәреңде ташлама.

Барыһы ла әгәр ҡаршы торһа,
Хөкөм яҙып һинең хатаңа —
Мин яныңда ҡалам, балаҡайым,
Терәк булып һинең арҡаңа.

Ғүмер оҙон, тоғро дуҫтар бер саҡ
Алышыныр һатлыҡ йәндәргә,
Бары әсәй әсәй булып ҡала
Тормош юлдарында бәндәгә.

Икебеҙгә тик бер йөрәк булды
Әйләнгәнсе кеше затына.
Ғүмер бүләк иткәс, һөйөүемде
Бирәм ҡарамайса хаҡына,
Балаҡайым-балам хаҡына.


Гөлиә Азаматова-Мөъминова.

 

Сығанаҡ һәм фото: "Зөһрә Йондоҙ" төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас