

Ул өндәште: "Һаубыҙ, һеңлем!"- тиеп,-
Шәп иттең башҡортса һөйләшеп.
Ҡалала тип, урыҫсаға күсмәй,
Үҙ телеңдә миңә өндәшеп.
Һис оялма туған телеңдән:
Иркен һөйләш, аралаш, оран һал.
Ҡайҙа ғына барып юлыҡһаң да,
Үҙ телеңә тоғро булып ҡал!"
"Ярай, - тинем, - мәңге ҡалырмын мин
Тоғро булып әсә телемә.
Үҫермен мин данын арттырырлыҡ,
Кәрәк кеше булып илемә!"
Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА,
йәш хәбәрсе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
В. И. Ленин исемендәге интернат-лицей.
Фото: yandex.