+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
21 Ноябрь 2023, 07:24

Атайым тора һаҡта

Махсус хәрби операциялағы атайҙарға, ағайҙарға арнала был шиғыр.

Атайым тора һаҡтаАтайым тора һаҡта
Атайым тора һаҡта

Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 2-се мәктәптең V синыф уҡыусыһы Камила Исҡужина шиғырҙағы "ағайым" тигән һүҙҙе "атайым" тип үҙгәртеп һөйләй. Сөнки уның атаһы әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла.

Бар атайҙар, ағайҙар, туғандар иҫән-һау ҡайтһын! Ерҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын! 

Тормош нурлы, тормош матур,

Тыныс булыр бар яҡта,
Сөнки илебеҙ сигендә
Ағайым тора һаҡта.

Уйнайбыҙ ҙа, йырлайбыҙ ҙа
Бәхетле бала саҡта,
Сөнки илебеҙ сигендә
Ағайым тора һаҡта.

Бик яҡшыға уҡыйбыҙ, тип
Яҙып ебәрҙем хатҡа.
Сөнки, тинем, ил сигендә
Һин бит тораһың һаҡта.

             (М.КӘРИМОВ.)

Автор фотоһы.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас