

Байрам
Әсәйҙәр байрамында
Уларҙы тәбрикләйбеҙ.
Оҙон ғүмер, шатлыҡтар
Беҙ уларға теләйбеҙ.
Амелия МОЗАФАРОВА.
Яратам!
Әсәйемде бик яратам,
Ҡәҙерлем бигерәк матур.
Өйҙө йыйыштырайым,
Ул хәҙер эштән ҡайтыр.
Алина ВӘЛИЕВА.
Бүләк
Әсәйҙәрҙең көнөнә
Ҙур бүләк әҙерләнем.
Төрлө төҫтәге ҡағыҙҙан
Гөлләмә мин эшләнем.
Милена БОҪҠАНОВА.
Һағынам
Әсәйемде уйлап, өйгә
Ашығам мин ҡайтырға.
Уға изге теләк теләп,
Ятам кисен йоҡларға.
Алмаз ХӨСНӨТДИНОВ.
Ярҙам итәм
Көләс йөҙлө әсәйемде
Мин бигерәк яратам.
Өйҙәге эште эшләп
Борсолоуын таратам.
Иҙән йыуам, йыйыштырам,
Ашарға ла бешерәм.
Байрам менән ҡотлар өсөн
Матур һүрәт төшөрәм.
Нурсилә ХӘСӘНОВА.
Беҙҙең өсөн йәшәйһең
Әсәйҙәр байрамы менән
Һине, әсәй, ҡотлайым.
Бәхетле, ғүмерле бул,
Һиңә һаулыҡ теләйем.
Йыраҡ ергә йөрөп тороп
Беҙҙең өсөн эшләйһең.
Үҙеңде бер аямайһың,
Беҙҙең өсөн йәшәйһең.
Карина МОЗАФАРОВА.