

Берсә яна, берсә өшөй
Йөрәккәйем минең дә.
Аттар йөрөй тибендә,
Ҡайтмай улар кисен дә.
Ташлап мине китһәң дә,
Ҡалдың, бары, иҫемдә.
Ап-аҡ булып, бәҫкә сумып,
Аттар йөрөй тибендә.
Сал һалырмы һары һағыш,
Сәстәремә минең дә?!
Аттар йөрөй тибендә,
Ҡайтмай улар кисен дә.
Ташлап мине китһәң дә,
Ҡалдың, бары, иҫемдә.
Йылы яҙҙы көтә-көтә,
Аттар йөрөй тибендә.
Яҙ ҡояшы иретерме
Йөрәгеңде һинең дә?!
Аттар йөрөй тибендә,
Ҡайтмай улар кисен дә.
Ташлап мине китһәң дә,
Ҡалдың, бары, иҫемдә.
Мәүлит КӘРИМИ.