Мөғжизәле ҡар
Иртән тороп күҙҙе асһам,
Тышта ап-аҡ ҡар яуған.
Сығып сана шыуам тиһәм,
Ҡар әле йоҡаҡ булған.
Яуып тора бер аҙ ғына,
Бер ҡараһаң, туҡтаған.
Иреп тора шул арала,
Күрмәйһең дә – боҙ булған.
Айгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА.
Ҡыш
Бына тағы ҡар яуа,
Тирә яҡ ап-аҡ була.
Ҡоштар ҙа һирәк оса,
Айыу йоҡоға тала.
Балалар тышта уйнай,
Ҡар менән бәрешәләр.
Атайҙар кис еткәнсе
Урамда эш эшләйҙәр.
Искәндәр ТАЙБУГИН.
Матур биҙәлгән
Инде тиҙҙән ғинуар –
Яңы йыл етеп килә.
Аҡ һаҡаллы Ҡыш бабай
Беҙгә бүләктәр бирә.
Өйөбөҙҙөң түрендә
Ултыра матур шыршы.
Уға ҡарап һоҡланабыҙ:
Бигерәк инде ҡупшы!
Ғәҙел СИРБАЕВ, VII синыф уҡыусылары.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.
Фото: ya.ru.