+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
1 Ғинуар 2024, 09:00

Яңы йыл байрамы (шиғри әкиәт)

Борон-борон заманда

Яңы йыл байрамы (шиғри әкиәт)Яңы йыл байрамы (шиғри әкиәт)
Яңы йыл байрамы (шиғри әкиәт)

Йәшәгән бер шуҡ малай.
Уның хаҡында әйткәндәр:
«Бигерәк шаян ҡалай!»
Бер ваҡыт был шуҡ малай
Урманға сығып киткән.
Бейек-бейек тауҙар аша
Төньяҡҡа барып еткән.
Маҡсаты булған, ти, уның
Ҡыш бабайҙы алып ҡайтыу.
Ҡусты-һеңлеләренә
Шәп бүләктәр таратыу.
Шуға бик һыуыҡ булһа ла,
Ул кире ҡайтмаған, ти.
Әммә барып еткәс, малай
Ҡайтыр юл тапмаған, ти.
– Әллә аҙаштым инде, –
Тип уйлап алған, ти ул.
– Нисек кенә ҡайтам инде,
Юлымды оноттом шул.
Ҡапыл шул саҡ ҡаршыһына,
Буран-елдәр уйнатып,
Парлы аттар сабып килгән,
Ҡыш бабайҙы ултыртып.
Ни мөғжизә?! Атта елә
Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу.
Балаларҙың теләктәре –
Уларҙан бүләк алыу.
Шуҡ малайҙы күреп ҡалғас,
Янына килгәндәр, ти.
Уны ла ултыртып санаға
Алға табан елгәндәр, ти.
Бына малайҙың өйөнә
Килеп тә еткәндәр, ти.
Балалар сыр-сыу килә,
Бабайҙы көткәндәр, ти!
– Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән!
Түҙемһеҙләнеп көткәнде,
Әйтерһең, улар белгән!
Ҡыш бабай бүләк тарата,
Балалар шиғыр һөйләй, ти.
Шыршы тирәләй бейейҙәр,
Ҡарһылыу көй көйләй, ти.

Ибраһим ИСТӘКОВ, V «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге
20-се башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас