Бала саҡтың иң күңелле,
Рәхәт сағы тиҙ бөттө!
Елдерәһең саналарҙа,
Саңғыла ла осаһың.
Конькиҙарҙа шыуып туйғас,
“Тау батшаһы” уйнайһың.
Китаптар ҙа уҡыныҡ,
Йәнһүрәттәр ҡараныҡ.
Атай менән әсәйгә лә
Гел ярҙам итеп торҙоҡ.
Һыуыҡ тиеп торманыҡ –
Ҡар бабайҙар яһаныҡ.
Биттәребеҙ ал булғансы
Саф һауала уйнаныҡ.
Яңы йылға яңы көстәр
Туплап уҡырға барҙыҡ.
Яңы йылдың һәр бер таңы
Килтерһен бәхет, шатлыҡ!
Тамерлан ЗАРИПОВ.
Туймазы районы,
Серафимовка ауылы.
ҺҮРӘТ: ya.ru.