+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
24 Ғинуар 2024, 13:00

Уҡыусылар ижады

Беҙҙең Ленин исемендәге 2-се интернат-лицей уҡыусылары бар яҡтан да һәләтлеләр. Ҡайһыныһын ғына алма, күңелдәре тартҡан йүнәлештә үҙҙәрен күрһәтәләр, яңынан-яңы ҡаҙаныштар яулайҙар.

Уҡыусылар ижадыУҡыусылар ижады
Уҡыусылар ижады

«Йәш хәбәрсе» тү­ңәрәгендә туған тел­дәрен һөйгән балалар шөғөлләнә. Улар үҙҙәрен төрлө жанр­ҙа һынап ҡарай. Ижади эштәре төрлө баҫмаларҙа донъя күрә килә.
Яратҡан гәзитебеҙ «Йәншишмә» уҙ­ғар­ған «Һомайҙың нә­ҫелдәре» интернет-конкурсында Айгизә Кәримова призлы урын яуланы. «Йәш хәбәрсе» тигән муниципаль бәйгелә 10 уҡыусыбыҙҙың ижади эштәре юғары баһаланды. Бәйгенең республика кимәлендә уҙғарылғанында VIII «Б» синыфы уҡыусыһы Әлсинә Камалованың интервьюһы еңеүгә лайыҡ булды. Унынсынан Азалиә Хәлимованың олатаһы тураһындағы мәҡәләһе II урын алды.
Зарина Мөхәмәҙуллина яҙған шиғыр «Атайсал» проекты буйынса уҙған конкурста II дәрәжәләге диплом менән билдәләнде. Алтынсынан Әлиә Яҡшыбаева, Әлфинур Вәхитова маҡтауға лайыҡ. VIII синыф ҡыҙҙары Сөмбөл Ҡыуандыҡова, Ләйсән Әминева Аҡмуллаға арналған бәйгелә үҙ көстәрен һынаны.
Лицейға былтыр ғына килгән Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы ҡыҙы Фирзәлиә Ҡарамышева шиғри күңелле генә. «Йәншишмә»нең йәш хәбәрсеһе лә икән үҙе. Әсә теленә арналған «Тоғро ҡалам» шиғыры был гәзиттә баҫылды. Башҡорт теле көнөнә бағышланған шиғыр яҙыу буйынса бәйгелә ике ижад емеше I һәм II урынды яуланы.
Республикабыҙҙың төрлө мөйөшөнән йыйылған матурлыҡты тоя белгән балалар менән аралашыуыма бик шатмын. Ышанып эске донъя­ларын асҡан уҡыусыларҙың сер тотор оло дуҫы бу­лыуым икеләтә яуап­лылыҡ өҫтәй.
Беҙҙең белем усағы тиҙҙән 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Бай тарихлы Ленин мәктәбенең талантлы уҡыусылары һис ҡасан да һынатмаҫ!


Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА, түңәрәк етәксеһе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Минең илем

Минең илем – иң шәбе,
Тау, урман, йылға – йәме.
Яратам илкәйемде,
Һатмайым телкәйемде.

Ҡайҙа ғына китһәм дә,
Саҡырып тора илем.
Ҡайҙа ғына барһам да,
Үҙемсә һөйләй телем!
Һатмаҫмын илкәйемде!
Ҡаҡмаҫмын телкәйемде!

Атайсалым
Минең йәшәгән илем –
Үҙемдең тыныс өйөм.
Һағынып ҡайтам гелән,
Елдән дә йәһәтерәк
Өйөмә ҡайтып киләм!


Әлфинур ВӘХИТОВА,
VI синыф уҡыусыһы.

 

Эшсән атайым
Егәрле лә, көслө лә –
Атайымды белегеҙ!
Минең данлы атайҙы,
Әйҙә, килеп күрегеҙ!

Өйҙә һис тик ултырмай,
Мәшғүл һәр саҡ эш менән.
Атайымдай эш һөйөп,
Үҙем дә буй еткерәм!


Динара ВӘЛИШИНА,
VI синыф уҡыусыһы.

Милләтебеҙ остазы
Тапшырҙы бит Салауат
Әйтеп һиңә аманат.
Халҡың өсөн йәшә, тип,
Һис сығармай яманат!

Булдың тоғро рухына
Салауат булғадирҙың.
Алдан һиҙҙең ил хәлен,
Йылғалай болғанырын.

Туплап үҙең аң-ғилем,
Хеҙмәт иттең халҡыңа.
Башҡортоңа, ҡаҙаҡҡа
Белем бирҙең тос ҡына.

Сәстең мәғрифәт нуры,
Килеп етеп арбаңда.
Дошман һүҙе йоҡманы,
Төрмәгә япһалар ҙа.

Халҡыңа тоғролоҡтан,
Өндәгәнгә ғилемгә
Лайыҡ булдың мәңгегә
Аҡ мулла исеменә.

Һай, Аҡмулла, Аҡмулла,
Һүҙең һәр саҡ хаҡ була.
Ынйы-гәүһәр өгөтөң
Күңелгә инеп тула.

Ҡаһарман рухлы сәсән,
Оло талантлы шағир
Яҡтылыҡҡа ынтылып,
Тура юлдарын ярыр.


Үҙ телеңдә уҡыуға
Фатиха бирҙең башлап.
Уҡы, башҡорт, уҡы, ҡаҙаҡ,
Әсә телеңдә аңлап!


Ижадың аша ла һин
Ут сәстең дошманыңа.
Арыҫландай белемде
Тараттың башҡортоңа.

Һай, Аҡмулла, Аҡмулла,
Бөгөн дә ярҙам һуҙа.
Аһ дәриға! Һинең юл,
Әйҙәп алдымдан уҙа!

Һай, Аҡмулла, Аҡмулла,
Милләтебеҙ остазы!
Нәсихәттәрең уңмаҫ –
Ышан, башҡорт уланы!

Күңелебеҙ көҙгөһө,
Яҡшылыҡтың өлгөһө –
Һин бит – беҙҙең Аҡмулла!
Һин бит – беҙҙең пак мулла!

Сөмбөл ҠЫУАНДЫҠОВА,
VIII синыф уҡыусыһы.

Аҡмулланың ете нәсихәте
Аҡмулланың хаҡ һүҙенә
Таянып юлдар ярам.
Үҫһәм әгәр иман менән,
Иманлы булыр балам.

Күңелем шар асыҡ минең:
Юҡ унда ҡара таптар.
Халҡымдың ап-аҡ юлынан
Минең балам да атлар.

Быуаттар аша килә
Тос аҡылы халҡымдың.
Уның һүҙен йыҡмай ғына
Йәйер балам ҡанатын.

Аҡмуллалай мәғрифәттән
Һут алыр тыуыр балам.
Шатланырмын, үҙ телендә
Аңлатһа уйын балам.

Һис ҡоршамаҫ әҙәпһеҙлек
Баламдың ыуыҙ аңын.
Әҙәп ғәҙәт булып китеп,
Шишмәләй юлын тапһын.

Сабырлыҡтан айырылмай,
Моратҡа ирешермен.
Сабырлыҡ менән алдырып,
Еремде гөл итермен.

Ихласлыҡ – минең ҡанымда,
Һәр эшкә – ихласлығым!
Аҡмулланың ете шәме
Яҡтырта тормош юлым!


Ләйсән ӘМИНЕВА,
VIII синыф уҡыусыһы.

Ғорурланам
Ҡараташҡа менеп баҡтым ауылыма,
Күптән таныш тауы, һыуына.
Һәр урамда, тыҡрыҡ юлдарында
Бала-саға уйнап ҡыуана.


Ғорурланам сикһеҙ һинең менән,
Тыуған ау(ы)лым, минең Ҡыпсағым.
Республика, хатта Рәсәйгә лә
Таралған бит һинең ҙур даның.


Мин бәхетле һиндә тыуғаныма,
Мәшәҡәтһеҙ һиндә үҫкәнгә.
Рәхмәт һиңә шишмәләрең эсеп,
Күңелемде ап-аҡ иткәнгә.

Һин хужаһың барлыҡ уйҙарыма,
Һинең һауаң дауа сиремә.
Рәхмәтлемен ҡыш һәм яҙҙарыңа,
Еләҫ иҫкән йылы елеңә.

Ҡояш та бит һиндә сағыуыраҡ,
Һалҡын бурандарың йылыраҡ.
Тағы ҡайҙа бар һуң һинең ише,

Әйтсе, ауылым, һинән байыраҡ?!


Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА,
йәш хәбәрсе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас