+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
13 Февраль 2024, 17:00

Ижади күңелле уҡыусым

Рәлинә Тажетдинова Иҫке Туймазы ауылында йәшәй. Уның Алмаз ағаһы һәм Данил ҡустыһы бар. Әсәләре Алина Альберт ҡыҙы һәм аталары Илшат Ринат улы балаларын тәрбиәләүгә ҙур көс һала.

Ижади күңелле уҡыусымИжади күңелле уҡыусым
Ижади күңелле уҡыусым

Ҡыҙ VI синыфта гел «бишле» билдәләренә генә уҡый. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ әҙәбиәте, математика, музыка дәрестәрен көтөп ала. Үҙ иткән шөғөлдәре – пианинола уйнау, китап уҡыу, шиғыр ятлау, йырлау, бейеү.
Музыка мәктәбендә лә шөғөлләнә Рәлинә. Башҡорт композиторҙарынан Рим Хәсәновтың «Иртәнге томан» һәм Эдуард Ҡасимовтың «Вальс» көйҙәрен уйнарға ярата. Был уҡыу йорто бик ҙур уңыштарға ирешеүгә лә этәргес булды. 2022 йылда Өфөлә Светлана Хәмиҙуллина исемендәге башҡорт фортепиано музыкаһын башҡарыусыларҙың XIV халыҡ-ара конкурсында III дәрәжә лауреат исемен яуланы. Шунан һуң Дүртөйлө ҡалаһында уҙғарылған төбәк-ара «Йәш виртуоз» бәйгеһендә III дәрәжә дипломға лайыҡ булды (етәксеһе – Р. Ф. Мансурова).
Әҙәбиәтте, музыканы яратыуы ҡыҙҙы «Шиғриәт» ижади түңәрәгенә алып килде лә инде. Бер көндө Назар Нәжмиҙең йырҙары, шиғырҙары менән танышҡас, Башҡорт­остандың халыҡ шағирына бағышланған «Йүкәләр менән һөйләшәм» исемле ижад емеше тыуҙы. Һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, уҡып ҡарағыҙ әле.


Лира ҒИНИӘТУЛЛИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы районы.

 

Йүкәләр менән һөйләшәм

Яҡты янған йондоҙҙарға
Назар исеме бирҙем.
Уның шиғырҙары аша
Сикһеҙ йыһанға керҙем.
«Ем-ем яна йондоҙҙар», – тип
Яҙған бер шиғырында.
«Балҡыйбыҙ ҙа һүнәбеҙ», – тип
Йырлаған моңланғанда.
Онотмаҫтар әле, тигән
Өфөнөң йүкәләре.
Нисек инде онотаһың
Йүкәләр һөйләгәнде?
Өфө урамдары буйлап
Яманһыулап йөрөһәм,
Япраҡтар сәләм еткерә,
Шиғырҙарын һөйләһәм...
Күтәрелә күңелдәрем
Дуҫтарға шиғыр һөйләп.
Әллә Ағиҙел тулҡыны
Йырлай ҙа бирә көйләп.
Назар Нәжмиҙең йырҙары
Ағыла ла ағыла...
Ағиҙелдең томанылай
Күңелдәргә һарыла.
Нәжми ағай иҫтәлеге –
Тулҡынландырғыс йырҙар.
Был йырҙарҙы һәр саҡта ла
Башҡорт һәм татар йырлар.

Рәлинә ТАЖЕТДИНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас