+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
23 Февраль 2024, 05:30

Атайыма

Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙың IX синыф уҡыусыһы Риана ҒАЙСИНА иң ҡәҙерле кешеһенә арнап шиғыр яҙған.

АтайымаАтайыма
Атайыма

Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,

Сабырлығың, тиңһеҙ аҡылың

Бәләкәйҙән миңә терәк булды,

Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.

 

Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,

Һин булғанға башым юғары.

Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫҡа,

Шуға ышаныслы юлдарым.

 

Бәлки, түгелмендер иң тыңлаусан,

Хаталарым булһа, ғәфү ит!

Рәхмәт әйтәм һиңә, атайым!

Һин донъяла иң шәп атай бит!

Фото: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас