+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
26 Февраль 2024, 13:32

Алғы һыҙыҡта

Алғы һыҙыҡта

Атайымды ныҡ һағынам:

Ул бит хәҙер һуғышта!

Уландарын уйлап ҡына

Йөрөй алғы һыҙыҡта.

 

Тәүҙә тау-таш араһында –

Дағстанда алышҡан.

Аралар алыҫ булһа ла,

Һағышты хаттар баҫҡан.

 

Көтмәгәндә ил сигендә

Йәнә утлы яу ҡупты.

Һағыш һалып, ҡара афәт

Күк йөҙөбөҙҙө баҫты.

 

Атайым күп уйламаны,

Ил һаҡларға юлланды!

Үҙен бер ҙә аямай,

Зыҡ ҡуптара дошманды.

 

Һис шигем юҡ: Аллаһ бирһә,

Ҡайтырҙар Еңеү менән!

Атайҙарҙы һыға ҡосоп,

Йөҙҙәр балҡыр нур менән!


Тимур МЫРҘАБУЛАТОВ, VII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.

Фото: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас