Атайҙарҙың байрамына
Мин бер һүрәт төшөрҙөм.
Уларҙың ил һаҡлағанын
Үҙемсә килештерҙем.
Беҙ тыныс йәшәһен өсөн
Һалдаттар тора һаҡта.
Үтә алмаҫ бер дошман да
Баһадирҙар бар саҡта.
Булһын ине Еребеҙҙең
Тыныслыҡ һәр илендә.
Алһыуланып таңдар атһын,
Аяҙ булһын күгем дә.
Һүрәтемдең уртаһына
«Тыныслыҡ» һүҙен яҙҙым.
Байрам ҡотлауы булһын ул
Барса малай һәм ҡыҙҙың.
Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.
Фото: ya.ru.