+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
28 Февраль 2024, 11:45

Балаңа һин ҡармаҡ тоттор

Балаға байлыҡ ҡалдырыу –

Балаңа һин ҡармаҡ тотторБалаңа һин ҡармаҡ тоттор
Балаңа һин ҡармаҡ тоттор

Кем өсөндөр – ғорурлыҡ.

Иманлы кәңәшең ҡалһын,
Уға үрнәк булырлыҡ.

Атай малы – ҡәҙерһеҙ ул –
Үҙең тапҡан мал түгел.
Тир түгеп, эшләп тапмағас,
Атайҙыҡы йәл түгел...

Хеҙмәт ҡуйып, эшләп тапҡан
Ҡәҙерле лә, яҡын да.
Тырыш бала ғына белә
Ата-әсә хаҡын да.

Балаңа һин ҡармаҡ тоттор,
Балыҡ тотоп ҡалдырма.
Эшләп ашағанда ғына,
Тормошта йәм табыла!



Айһылыу КӘЛИМУЛЛИНА-ФАЗЛЫЕВА.

Сығанаҡ һәм фото:  "Өләсәйҙәр мәктәбе" төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас