+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
29 Февраль , 11:00

Ҡышҡы урман

Руша СОЛТАНҒОЛОВА Ҡышҡы урман тик сафлыҡтан

Ҡышҡы урман
Ҡышҡы урман

Ҡороп ҡуйған һараймы ни?
Ҡара күҙле ҡайын ҡыҙҙар
Ҡараш һирпеп ҡараймы ни?
Ҡыҙылтүштәр, шат турғайҙар
Ара - тирә осоп үтә.
Егет - имән миләш - ҡыҙға
Әкрен генә серен һүтә.
Ҡышҡы урман - уйҙар иле,
Киләм әле барыһын уйлап.
Ишетелә ҡорҙар йыры
Йөрөйҙәрме әллә туйлап?
Һаҡһыҙ ғына ҡағылыуҙан
Ағастарҙан гәлсәр яуа.
Ҡышҡы урман, ҡышҡы сафлыҡ
йәндәремә булды дауа.
Ниндәй рәхәт ҡышҡы һауа!

 

Фото: Гүзәл САҘРЕТДИНОВА.

Ҡышҡы урман
Ҡышҡы урман
Ҡышҡы урман
Ҡышҡы урман
Ҡышҡы урман
Ҡышҡы урман
Ҡышҡы урман
Ҡышҡы урман
Ҡышҡы урман
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: