+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
6 Марта 2024, 09:05

Улыбыҙ

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Эй, улыбыҙ, улыбыҙ,

УлыбыҙУлыбыҙ
Улыбыҙ

Һин - беҙҙең уң ҡулыбыҙ.
Киләсәккә уйыбыҙҙы
Дауам итер юлыбыҙ.

Эй, улыбыҙ, улыбыҙ,
Һин - беҙҙең күҙ нурыбыҙ.
Беҙ башлаған бар моңдарҙы
Көйләп бөтөр йырыбыҙ.

Эй, улыбыҙ, улыбыҙ,
Һин бит тормош йәмебеҙ.
Был донъяларҙан киткәс тә
Һулыш алыр йәнебеҙ.

 

 Фото һәм сығанаҡ: Эльвира Давлетбердина

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас