+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
12 Март , 16:45

Яҙ етеүе шулай һиҙелә

Яҙ йылыһын тойоп ҡарҙар эрей,

Яҙ етеүе шулай һиҙелә
Яҙ етеүе шулай һиҙелә

Ҡоштар сутылдаша урамда.
Күҙҙе сағылдыра март ҡояшы,
Артта ҡалды һалҡын бурандар.

Яҙ йылыһы беҙгә нурын сәсә,
Күңелдәрҙә һөйөү хистәре.
Ер өҫтөнә япҡан ап-аҡ шәлен,
Һүтә хәҙер ҡар бөртөктәре.

Көндәр оҙоная минут һайын,
Яҙ етеүе шулай һиҙелә.
Ҡыштарыбыҙ яҙға аяҡ баҫты,
Килеп етер әле йәйе лә.

Яҙ миҙгеле иң яҡыны миңә,
Мин яратам марттың ҡояшын.
Кәйефтәрҙә күтәрелеп китә,
Ишеткәндә ҡоштар һайрауын.

Ҡыш үҙенсә аҡлыҡ сафлыҡ бөркһә,
Ә яҙ инде күңел күтәрә.
Аллаһ биргән һәр миҙгел дә матур,
Насип итһен йәйен күрергә.



Фәниә СЫҢҒЫҘОВА (МӨХӘМӘТШИНА).

Фото: Зилә Әхмәтҡужина.

Яҙ етеүе шулай һиҙелә
Яҙ етеүе шулай һиҙелә
Яҙ етеүе шулай һиҙелә
Яҙ етеүе шулай һиҙелә
Яҙ етеүе шулай һиҙелә
Яҙ етеүе шулай һиҙелә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: