+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
23 Март , 20:00

Бәхетле булһын халҡым...

Баймаҡ районы Ҡаратал мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы Азамат ЮЛЫЕВ матур шиғырҙар яҙып ебәргән.  .

Бәхетле булһын халҡым...
Бәхетле булһын халҡым...

Йәйге урман
Йырлап ҡайтып киләм борма юлдан,
Мең тауышты көйләй йәйге урман.
Йәшел яландағы хәтфә юрған,
Еләкле ер әллә шунда ҡалған?

Йырлап ҡайтып киләм борма юлдан,
Тирә-яғым гөлдәр менән тулған.
Ағас һайын һайрар ҡоштар ҡунған,
Әллә мине һағына инде был урман?

Эй, урман-урман, йәйге урман,
Кемдер киткән был юлдан.
Яуға киткән ил улдарын
Һағынып көтә беҙҙең урман.


Уҡытыусым өҫтәй көс
Йәй ҙә, ҡыш та йәйғормо ни...
Көндәремдә төрлө төҫ,
Тыуыр иртәм, яңы көнгә
Уҡытыусым өҫтәй көс.

Мин ҡанатлы уның менән,
Ҡағынам да ҡағынам.
Алыҫтарға талпынғанға
Өнһөҙ ҡалам, һағынам.


Аҡ ҡарҙар
Эй, ҡар яуа, аҡ ҡар яуа,
Әйтерһең, аҡ күбәләк.
Йымылдаша ҡар бөртөгө
Шатлыҡ-бәхеттәр теләп.

Әйҙә яуһын аҡ ҡарҙары,
Бәхетле булһын халҡым.
Илгә тыныслыҡ теләп,
Офоҡтан ҡояш ҡалҡһын.

Әйҙә яуһын аҡ ҡарҙар
Өйөрөлөп гел шулай.
Тыныслыҡ алып килһен
Тыуған илемә Хоҙай.

Фото: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: