+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
25 Март , 14:00

Яҙ һулышы

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Яҙ һулышы инде ҡырҙарҙа -

Яҙ һулышы
Яҙ һулышы

Ҡайын сыбыҡтары ҡыҙарған...
Нота булып ыуыҙ япраҡтар
Ҡояш йылыһына һамаҡлар...
Тау биттәре инде ҡап-ҡара,
Ҡарҡылдашып ҡайтты ҡарғалар...
Ҡарағайҙар төҫөн үҙгәртә,
Йылғалары йөҙөн күгәртә.
Суғыртмаҡлап туңған ер өҫтөн
Үтә ҡаҙай ҡояш һәнәге.
Йәшен түгә-түгә ҡыҫҡарған
Боҙбармаҡтың осло һәмәге.
Юл ҡусҡылы алыҫ китәлер,
Туңаҙыта әле иртәләр.
Көн битендә иҙ(е)рәп ҡош-ҡорто
Яҙғы көндө моңло итәлер.
Яҙ яҙ инде, ябай, ауылса:
Үҙе моңо, үҙе ғәмдәре.
Ҡар аҫтында әле күренмәҫ
Күҙҙе һөйөндөрөр йәмдәре!

Яҙ һулышы
Яҙ һулышы
Яҙ һулышы
Яҙ һулышы
Яҙ һулышы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: