+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
27 Март , 12:40

Өҙгөләнә йәнем

Өҙгөләнә йәнем, балам китә тағын

Өҙгөләнә йәнем
Өҙгөләнә йәнем

Йөрәгемде сорнап һағышҡа.
Осрашыуҙар ҡабат насип булһын, тиеп
Шөкөр итәм инде яҙмышҡа.

Күҙ алдарым томан, балам тора һымаҡ,
Илама, түҙ, ҡыҫып тешеңде!
Һығылмаҫҡа асы яҙмыш елдәренә
Йә, Хоҙайым, бирсе түҙемлек!

Күҙ алдарым томан, балам тора һымаҡ
Юлдар аша һуҙып ҡулдарын.
Изгеләрҙән әйлә, бәғер емешемдең
Киләсәккә барыр юлдарын!

Сәриә РӘХИМЙӘНОВА.

Фото: Интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: