+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
2 Апрель , 20:25

Мин балама бәхет теләнем

Таң атҡанда, ҡояш байығандаМин балама бәхет теләнем.

Мин балама бәхет теләнем
Мин балама бәхет теләнем

Аптырама, ниңә балама, тип,
Һәр береһенә айырым теләгем.
Үҙ бәхете булһын һәр береһенә,
Үҙ бәхете менән тыуғандыр.
Әсә өсөн бала бәхетенән
Ҙурыраҡ нәмә булмай торғандыр.
Йыраҡ юлға сыҡһа, иҫән ҡайтһын,
Әсә өсөн шуныһы ҡыуаныс.
Һөйөндөрөп беҙҙе йәшәһендәр,
Ҡартлыҡ көнгә булып йыуаныс.
Аяҡтары менән йөрөһөн ерҙән,
Күҙҙәре тик күрһен матурлыҡ.
Яңылыш юлдан бер үк китә күрмә,
Эшлә, балам, бары яҡшылыҡ.
Ҡулдар ҡосһон ғәзиз сабыйҡайын,
Йәне менән һөйһөн һөйгәнен.
Ишетергә яҙһын йомшаҡ итеп
"Һағынып ҡайттым, әсәй" тигәнен.
Таң атҡанда, ҡояш байығанда
Мин балама бәхет теләнем.
Йә Раббым, тик һиңә табынамын,
Ҡабул итсе, әсә теләген!

Гөлнара ӘХМӘТШИНА.  

 Фото: Г. Монасипова сәхифәһенән.

 

 

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: