Хоҙай беҙгә, белмәйем, ниңәлер,
Ҡоштар ғүмере лә бирмәгән шул.
Йәшәй белһәң етәр, тигәндер.
Кеше ғүмерҙәре бигерәк ҡыҫҡа…
Шуныһына ла шөкөр итәбеҙ.
Ҡыҫҡа ғына шул бер ғүмерҙең дә
Ҡәҙерҙәрен белмәй китәбеҙ.
Кеше ғүмерҙәре бигерәк ҡыҫҡа…
Ҡәҙерҙәрен бик тә белерлек.
Һәр сәғәте уның һанаулы бит,
Һәр сәғәте үҙе – ғүмерлек.
Кеше ғүмерҙәре бигерәк ҡыҫҡа…
Һиҙелмәй ҙә хатта ҡалына.
Әйтерһең дә, ғүмер усаҡтары
Бер миҙгелгә генә ҡабына.
Кеше ғүмерҙәре бигерәк ҡыҫҡа…
Бер һүнә лә ҡабат ҡабынмай.
Һәр беребеҙгә лә ҡағыла ул,
Шағирҙарға ғына ҡағылмай.
Һүрәттә: Гөлфирә Ҡансурина картинаһы. Ейәнсура районы, Байыш ауылы.