+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
6 Апрель , 13:45

Яҙ

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Таптың табы тапҡа ырғыр -

Яҙ
Яҙ

Шундай миҙгел - яҙ инде.
Күңелдәрҙең көҫәгәне
Һөйөү менән наҙ инде.
Таптың тапҡа ырғыр мәле -
Шаңҡыған һауа бейек.
Һабантурғай сорлап һайрай
Ете ҡат күккә тейеп.
Сәсрәп киткән алтын таптай
Ҡояш ҡына - күктәрҙә.
Сыбыҡ-епкә һаҡ ипкендәр
Бөрө-мунсаҡ үткәрә.
Теҙелгән тиҫбеләр бүртер,
Кәкүк һанар күк, күк , тип.
Күкшел рәшәләй мунсаҡтар -
Күҙәүлеләр күп, күп , тип.
Ыуыҙ япраҡтар һөңгөһө
Яу асыр тирә-йүнгә.
Үргендеһен үрелдереп,
Йәшәрер хатта түңгәк!

Яҙ
Яҙ
Яҙ
Яҙ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: