+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
7 Апрель , 12:00

Өлгөрөргә ине

Мәңге йәшәр кеүек йөрөйбөҙ ҙә

Өлгөрөргә ине
Өлгөрөргә ине

Кинәт кенә шартлап һынабыҙ.
Иң ҡиммәтле әйтер һүҙҙәребеҙ
Әйтелмәйсә ҡала, тынабыҙ.

Алдан уйлай белһәк, һуңғы минут,
Көтөп йөрөгәнең яҡында,
Яҡшылыҡтар ғына эшләр инек,
Һаҡлар инек туған хаҡын да!

Иҫән булған ата-әсәйҙәрҙе,
Ҡәҙерләргә һуңға ҡалабыҙ.
Аҙаҡҡаса әрнеп йәшәр өсөн
Йөрәктәргә яра һалабыҙ!

Инде ҙурҙар тигән балалар ҙа,
Көтә улар беҙҙән бер яҡлау.
― Ғәзиздәрем, һеҙҙе яратам, – тип,
Артыҡ булмаҫ ине ҡабатлау.

Яҡын күргән дуҫтар, туғандарым,
Араларға асыу кермәһен.
Миҙгелдәрҙән торған юлыбыҙға
Ҡара бесәй сығып йөрөмәһен.

Уҙып киткән көндөң үкенесе
Ғүмер буйы оҙата бармаһын.
Иртәгеһен, бәлки, кемдер булмаҫ,
Әйтер һүҙҙәр эленеп ҡалмаһын!

Нурия ХӘЛИЛОВА.

Сығанаҡ: «Йылы усаҡ» ғаилә институты.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: