+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
8 Апрель , 12:35

Умырзая

Тау биттәре ҡарҙан асылыуға

Умырзая
Умырзая

Умырзая асты күҙҙәрен.
Таждарында уның яҙ һулышы
Таң нурына борҙо йөҙҙәрен.

Ҡыш һалҡыны бөтмәгән дә икән
Мамыҡ шәлен һалған иңенә.
Яҙҙарыма гел йылылыҡ бөркөп
Нур өҫтәйһең кеше күңеленә.

Яҙ иленең гүзәл сәскәһе һин
Һөйөү-наҙға тулған ҡарашың.
Кешеләргә аңлатаһың кеүек
Ғүмерҙәрҙең сикле ағышын.



Зәйтүнә Ҡарабашева-Түләбаева.
Ейәнсура районы, Байыш ауылы.

 

Фото һәм сығанаҡ: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: