+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
12 Апрель , 19:15

Һыу – һүл мәле...

Айһылыу Ғарифуллина Ҡорттай бүртенер япраҡтар –  

Һыу  –  һүл мәле...
Һыу – һүл мәле...

Рәшәләгән тал-сыбыҡ.
Ел бәүелгеләй ботаҡта – 
Ҡайтып килгән талсығып.
Япраҡ еленә ирәйеп,
Күгүләндәр турайыр.
Тирләп-бығып ҡар быуына
Түл ейәлер ҡара ер...
Кәре ҡайтҡан ҡыш та китер – 
Селтәр шәлен ут алған.
Йәйғор төҫтәр тыуһын өсөн
Аҡ һәм ҡара буталған.
Күҙәләмә сайпылышып
Йылға-күл ташлай ярын.
Һыу-һүл мәле – илаһи саҡ – 
Шашҡан миҙгеле яҙҙың.

 

Сығанаҡ һәм фото: А. Ғарифуллина.

Һыу  –  һүл мәле...
Һыу – һүл мәле...
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: