+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
16 Апрель , 11:20

Һәр әсә балаһына әйтергә тейешле һүҙҙәр!

Балам, тыңла әле мине,

Һәр әсә балаһына әйтергә тейешле һүҙҙәр!
Һәр әсә балаһына әйтергә тейешле һүҙҙәр!

Һиңә әйтер һүҙем бар:
Ғүмерҙәр үтер ҙә китер,
Ҡартлыҡҡа етәһе бар.

Миңә ҡарата һин, балам,
Булма ҡаты бәғерле,
Әйтәм һиңә аҡылымда
Нәсихәтле һүҙемде.

Әгәр минең яйым китһә,
Ҡаҡма бер үк, ҡабул ит,
Әйткәндәремде аңламай
Һаташыуым мөмкин бит.

Аҡылһыҙ һүҙҙәр һөйләһәм,
Ымлап ҡына башың ҡаҡ,
Йәмһеҙ һүҙҙәр әйтә күрмә,
Йыуатырға яйын тап.

Сәй эскәндә һауыт яңылыш
Төшөп китһә ҡулымдан,
Бер ни булмағандай ҡылан
Тотоп хәлһеҙ ҡулымдан.

Ғәмһеҙ булма, зинһар өсөн,
Йылмайып ҡосаҡлап ал,
Һинән йылы һүҙ ишетеү —
Йәнгә ятыр май ҙа бал.

Этмә-төртмә, йомшаҡ ҡағыл,
Тәнем әрнеү һиҙмәһен,
Сәсемде тарап-үреп ҡуй,
Туҙып йәмһеҙ йөрөмәһен.

Атлауҙарым һалмаҡ булыр,
Ашыҡтыра күрмә һин,
Һин тәпәй атлап киткәндә
Һоҡланып күҙәттем мин.

Оялып ултырма минән
Ҡунаҡтар килһә өйгә,
Матур күлдәк кейҙереп,
Ултыртырһың иң түргә.

Ҡәҙер-хөрмәтең күрһәтеп,
Васыятты үтәрһең.
Был яҡты донъяларҙан
Риза булып килә киткем.

Сығанаҡ һәм фото: Айсинә Ахкәмова – Латипова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: