+1 °С
Облачно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
16 Апреля 2024, 08:55

Һөт кеүек ап - аҡ һыулы Аҡҡотоҡ ҡоҙоғо ҡайҙа урынлашҡан?

Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында Әүлиә тауы түбәһендә бер ваҡытта ла ҡоромай торған күл бар, ә итәгендә һирәк осрай торған ҡара ҡайындар үҫә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөт кеүек ап - аҡ һыулы Аҡҡотоҡ ҡоҙоғо ҡайҙа урынлашҡан?Һөт кеүек ап - аҡ һыулы Аҡҡотоҡ ҡоҙоғо ҡайҙа урынлашҡан?
Һөт кеүек ап - аҡ һыулы Аҡҡотоҡ ҡоҙоғо ҡайҙа урынлашҡан?

Кәбисә йылында ғына Ҡуһаил тауы итәгендә Аҡҡотоҡ ҡоҙоғо һөт кеүек ап - аҡ һыуға тулыша икән. Ер аҫтынан урғылып аҡҡан аҡ һыу, бәләкәй генә инеш булып, Һаҡмарға ҡушыла.

"Аҡҡотоҡ аҡ һыуға тулышҡан йыл уңышлы, иген уңа, бесән мул була, бәлә - ҡаза урап үтә", - ти мөғжизәне һынаған ололар.


Сығанаҡ һәм фото: "Юлдаш" радиоһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас