+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
16 Апрель 2024, 12:00

Яҙ килә, яҙ!

Туймазы районы Серафимовка ауылынан Тамерлан Зариповтың шиғыры.

Яҙ килә, яҙ!Яҙ килә, яҙ!
Яҙ килә, яҙ!

Зәңгәр күктә шат йылмайып
Ҡояш нурҙар тарата.
«Яҙ килә, яҙ!» – тип һөйөнә
Шаян тамсы ҡыйыҡта.

Йырғанаҡтар йырлай-йырлай
Үҙҙәренә йыра юл.
Йырғанаҡтар гөрләшеүе –
Яҙҙың бер билдәһе ул!

Өй янындағы тирәккә
Тиҙҙән сыйырсыҡ ҡайтыр.
Көҙҙән бушап ҡалған оя
Йәнә йәнләнеп балҡыр.

Ҡарҙан ҡурҡмай, яҙ биҙәге –
Умырзаялар ҡалҡыр.
Аҡ ҡайындар уянып,
Шатланып япраҡ ярыр.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас