+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
17 Апрель 2024, 04:00

Ыуыҙ үлән

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Ыуыҙ үлән. Ыуыҙ япраҡ. Сағыу яҙ.

Ыуыҙ үләнЫуыҙ үлән
Ыуыҙ үлән

Йәйғорҙағы төҫтәр генә бында аҙ.
Ҡайын туҙына әлепләп кем яҙған?-
Бәхет кенә көтөп торам был яҙҙан.
Зәңгәр һауа. Ҡатлы болот. Хәрәкәт.
Орлоҡ шыта, ергә өҫтәп бәрәкәт.
Яҙҙың күҙе - умырзая күгәргән,
Ипкенгә лә туғай-болон үҙгәргән.
Ыуыҙ яҙҙың сихрилеген әйт әле!
Бал еҫтәрен сәскәләре әйтәлер.
Илаһилыҡ. Илертерлек. Иҫерткес.
Миҙгелдәрҙең шәбе килде. Иҫ киткес!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас