+2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
25 Апрель , 12:55

Ҡыҙҙар көнө менән, дуҫтар!

Ҡәҙим АРАЛБАЙ. Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,

Ҡыҙҙар көнө менән, дуҫтар!
Ҡыҙҙар көнө менән, дуҫтар!

Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ,
Йәберҙәр ебәрмәгеҙ,
Ситтәргә тибәрмәгеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡушылып һыҙланығыҙ,
Ашығып-ҡуҙғалығыҙ,
Ярҙамға юлланығыҙ.
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Ҡылығын кәмләмәгеҙ,
Ҡуҙҙарын дөрләтегеҙ,
Йәндәрен гөрләтегеҙ.
Ҡыҙҙарҙы-ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙғаныбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уңарыбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙарыбыҙ...
Ҡыҙҙарҙан-ҡуҙланығыҙ,
Янығыҙ, һыҙланығыҙ,
Һөйөүҙән наҙланығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы-ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ...

Фото: Зөһрә Хәкимова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: