+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Эсте бошорғаны...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Муйыл һыуығы һағайтты -

Эсте бошорғаны...
Эсте бошорғаны...

Ҡаты ҡырауы һуҡты.
Ҡороштороп, боҙ һын итте
Йәшәргән үлән - утты.
Биреште ап-аҡ сәскәләр -
Ҡара яндырҙы ҡырау.
Йылыға иҙерәү рәхәт -
Йәйҙәргә юлдар урау.
Көн яманы бөтөр ҙә ул -
Һынамаҫ беҙҙе һаман.
Йәшәрер, балҡыр ул донъя,
Эс бошорғаны тамам -
Яман әсире заман...

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: