+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙең атай өйҙәме?

Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылы ҡыҙы Самира шиғыр һөйләй:

Һеҙҙең атай өйҙәме?
Һеҙҙең атай өйҙәме?

Күрше: “Аҡса кәрәккән”, – ти,
Шуға улар һуғышта!
“Юҡ, улай түгел – ялған!” – тим,
“Атай Ватан һаҡлай алыҫта!”...

Минең атай һуғышта,

Һеҙҙең атай өйҙәме?

Әсәй күҙе алыҫта –

Өйҙөң юҡ хәҙер йәме.

Мин уҡыйым мәктәптә,

Себерҙә йөрөй ағай.

Атай янына барам, тип тә

Ашҡына, китер буғай...

Күрше: “Аҡса кәрәккән”, – ти,

Шуға улар һуғышта!

“Юҡ, улай түгел – ялған!” – тим

“Атай Ватан һаҡлай алыҫта!”.

Үткән айҙа әхирәтем

Күмде ергә Ағаһын.

Атай иҫән ҡайтһын өсөн,

Хәйер бирәм көн һайын.

Тиҙерәк бөтһөн инде СВО тигәндәре.

Тыныс тормош , һин кил инде!

Ҡыйын бит көтөүҙәре...

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: