+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Украина — утлы нөктә

Зөһрә КОТЛОГИЛДИНА Украина! Һинең тупрағыңдаКүпме башҡорт ҡаны түгелгән.

Украина —  утлы нөктә
Украина — утлы нөктә

Күпме батыр, аҫыл ир-егеттәр
Мәңгелеккә шунда күмелгән.

Шайморатов генералдың да бит
Һуңғы һулыш алған төйәге —
Атлы башҡорттарҙың дошмандарҙы
Еңеп ҡайтыу ине теләге.

Украина! Күпме ғәзиз балаң
Башҡорт иленә килеп һыйынды.
Яу еренең зарлы һәр кешеһенә
Асыҡ ине башҡорт ҡуйыны.

Үҫмер генә балалар меңдәр саҡрым
Ҡыуып барҙы һеҙгә малдарҙы.
Һигеҙ ай буйына ас-яланғас,
Ялан тәпәй үтте юлдарҙы.

Хәҙер килеп тағы Башҡортостан
Тыныслыҡты яҡлап ҡалҡынды.
Сафҡа баҫты башҡорт егеттәре
Афәттәрҙән һаҡлап халҡыңды.

Шайморатов, гүйә, кире ҡайтты
Алыш барған утлы яуҙарға.
Батальонда — башҡорт егеттәре,
Илгә тыныслыҡты яуларға.

Украина, һинең тупрағыңда
Ҡандар менән тарих яҙылған.
Күпме йылдар кәрәк булыр икән
Тыуыр өсөн һиңә яңынан.

Күпме окоп, блиндаждар бында —
Өнһөҙ шаһит булыр тамғалар.
Ер өҫтәре уңалыр ҙа бер саҡ,
Халҡың күңелен кемдәр дауалар?

Үҙ халҡына үҙе нәфрәт тотҡан
Ил башлығы кемдең яраны?
Хыянатсы ҡылған гонаһтарҙың
Ҡасан төҙәлер һуң яраһы?

Украина — утлы нөктә хәҙер,
Утлы хәтер яныр мәңгегә.
Һатылмайса, һатмай йәшәр унда
Тыуған ергә тоғро йән генә.

"Донбасс" шәлкеменән.

Фото: интернет селтәренән.

 

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: