+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йылытҡан ғаилә усағы

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Һыуыҡ блиндаждарҙа һалдаттарҙы

Йылытҡан ғаилә усағы
Йылытҡан ғаилә усағы

Ата-әсәләр доғаһы йылытһын.
Сабырлыҡтар сиктән ашҡан мәлдә
Йөрәктәрҙең көсөн нығытһын.

Ауыр яуҙан ҡайтып ауған саҡта
Йән һөйгәндәр хаты йыуатһын.
Тыуған яҡтан килгән был сәләмдәр
Күңел яраларын уңалтһын.

Төндәрендә хәтер хәтирәһе
Ҡабыҙһындар яҡты усағын.
Төштәренә инеп, балалары
Йылытһындар атай ҡосағын.

Ата-әсәләр, йәнкәй-йәнәштәре,
Балалары — йәшәү өмөтө.
Ошолар бит Тыуған ер һәм Ил ул,
Ә ғаилә — кескәй өлөшө.

"Донбасс" шәлкеменән.

Сығанаҡ: Ялан сәскәләре (З. Ҡотлогилдина шиғриәте)

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: