+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйемә

Шылтыратҡы килеп китә һиңә,

Әсәйемә
Әсәйемә

Һөйләшергә теләп кинәнеп...

Йөрәк һыҙып, ҡапыл иҫкә төшә

Мәңгелеккә беҙҙән киткәнең...

Әсәй, әсәй... Ғәмһеҙ балалыҡтан

Күңелеңде ҡыйҙыҡ ҡайһы саҡ...

Һуң аңланыҡ, һинһеҙ көн - ҡояшһыҙ,

Ә төнө бит шомло, айһыҙ саҡ...

Әсәй... әсәй... Күпме өндәшһәк тә,

Һағынһаҡ та, көтөп, тилмереп.

Хәлебеҙҙе белергә тип кенә

Төштә генә беҙгә килерһең...

 

 Зарина БАҒЫШАЕВА.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: